Балыҡ консерваһынан һә тигәнсе ауыҙҙа иреп торған, ябай ҙа, туҡлыҡлы пирог әҙерләргә мөмкин.
Ҡамыры өсөн:
Йомортҡа 2 шт;
Кефир 1 стакан ;
Он 2 стакан;
Тоҙ 1/4 балғ;
Сода 1 балғ;
Көнбағыш майы 2 аш ҡ.
Эслеге өсөн:
Консерва 1 банка;
Һуған1-2 шт. (ҙурлығына ҡарап);
Йомортҡа 1-2 шт.
Бар продуктылар бүлмә температураһында булыуы яҡшыраҡ. Ҡамырҙың ингредиенттарын ҡаймаҡ ҡуйылығында бергә бутарға.
Консерваның майын түгеп, вилка менән иҙгеләп, һуған менән бутарға. Оҡшаһа, йәшел тәмлеткестәр ҙә өҫтәргә мөмкин
Форманы майлап, төбөнә ҡоро валсыҡтар йәки манный ярмаһы һибеп, ярты ҡамырҙы ҡойорға. Эслекте һалып, ҡалған ҡамырҙы ҡойоп бөтөрөргә.мӨҫтөнә сыр ҡырып һалып ебәрергә лә була.
Пирогты 180 градустағы духовкала 30 минут тирәһе бешерегә. Ваҡытын үҙ духовкағыҙҙан сығып, самалағыҙ. Бешкән пирог алтын төҫкә инәсәк.
Аштарыбыҙ тәмле, тормоштарыбыҙ йәмле булһын!